Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Октябрь 2022, 15:03

11 октябрҙә хәрби әҙерлек урындарында Республика көнөнә арналған концерттар ойошторола

/

11 октябрҙә хәрби әҙерлек урындарында Республика көнөнә арналған концерттар ойошторола
11 октябрҙә хәрби әҙерлек урындарында Республика көнөнә арналған концерттар ойошторола

Башҡортостан артистарынан торған агитбригадалар республиканан мобилизацияланған ир-егеттәрҙең хәрби әҙерлек урындарына юлланды. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Мәҙәниәт министрлығы агитбригадалар ойошторҙо. Унда еспублика, ҡала һәм район мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, башҡорт эстрадаһының популяр артистары Рәмил Бәҙәмшин, Азат Биксурин, Алена Завьялова, Тимур Рамазанов, Карина Низамова, Эдуард Хөснөтдинов, «Zainetdin» этно-шоу проекты, «Дәрүишхан» төркөмө һәм башҡалар инде.

— 11 октябрҙә биш ҡалала ла Республика көнөнә ҡарата концерттар була, —тине мәҙәниәт министры. — Артистар Һарытау, Ҡазан, Пенза, Елань, Вольск ҡалаларына юллана.

— 11 октября во всех пяти городах пройдут концерты ко Дню Республики, — сообщила министр культуры РБ. — Артисты выезжают в города Саратов, Казань, Пенза, Елань, Вольск.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-10-10/11-oktyabr-h-rbi-erlek-uryndarynda-respublika-k-n-n-arnal-an-kontserttar-oyoshtorola-2984032

Автор:
Читайте нас: