Күренекле актер һәм йырсы Фидан Ғафаров үҙенең 75 йәшлек юбилейын 14 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә билдәләй. Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө театр Хәлисә Мөҙәрисованың пьесаһы буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһын (режиссеры Айрат Абушахманов) күрһәтә.
Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. 1966 йылда Илшат Йомағолов класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына актер булып эшкә урынлаша. Фидан Ғафаров ижадының тәүге йылдарынан уҡ театрҙың иң төп темаһын — мөхәббәт темаһын кәүҙәләндерә. Хәлил («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи), Зөлҡәрнәй («Тиле йәшлек», И. Абдуллин), Лиола («Лиола», Л. Пиранделло), Булат («Зәңгәр шәл», К. Тинсурин), Заһир («Ғәлиә», Т.Таһиров, Р. Исрафилов), Фәйзи («Рәйсә +Файзи», Н. Асанбаев) һәм башҡа ролдәре быға дәлил булып тора.
Фидан Ғафаров актер ғына түгел, ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы булараҡ та билдәле. Уның башҡарыуындағы композитор Рим Хәсәновтың шағир Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙған «Өфө йүкәләре» йыры башҡорт телендәге иң популяр хитҡа һәм республикабыҙҙың баш ҡалаһының рәсми булмаған гимнына әүерелде. Актер ярты быуаттан ашыу Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Хәҙер инде Фидан Ғафаровты Маэстро, театр легендаһы, башҡорт эстрадаһы феномены тип йөрөтәләр, ул — миллиондарҙың яратҡан йырсыһы.
Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаров Өфө ҡалаһы халҡының рухи-мәҙәни үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, республика, ил кимәлендәге концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ижади осрашыуҙарҙа, концерттарҙа һәм башҡа сараларҙа көтөп алынған ҡунаҡ ул.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-09-15/bash-ort-drama-teatryny-legendar-aktery-fidan-afarov-75-y-shlek-yubileyyn-bild-l-y-2951382