Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Июль 2022, 10:09

Радик Юлъяҡшиндың йорто ҡайҙа булыр?

"Иң киткес хозурлыҡ! Кавказ тауҙары кеүек!" - тип һоҡланған ул.

Радик Юлъяҡшиндың йорто ҡайҙа булыр?
Радик Юлъяҡшиндың йорто ҡайҙа булыр?

Хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында күренекле сәсән Ғәбит Арғынбаевтың исеме мәңгәлештерелде, уға стела асылды һәм Арғынбаевтарҙың шәжәрә байрамы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин да ҡатнашты.

Ул Баймаҡ районының меценаты Илсур Нәбиуллин менән бергә Ирәндек тауының иң бейек нөктәһе булған Йәнгүҙәй ҡаяһына күтәрелгән һәм йәмле Талҡаҫ күленә барған. "Иң киткес хозурлыҡ! Кавказ тауҙары кеүек!" - тип һоҡланыу белдергән Радик Юлъяҡшин.

Шулай уҡ йырсы Илсур Нәбиуллин төҙөгән йорттарҙы ҡараған. "Башҡортостанда буласаҡ йортомдо бәлки һин төҙөп бирерһең?" - тип уйынлы-ысынлы шаяртып та ҡуйған. Тимәк, Радик Юлъяҡшиндың бындай теләге юҡ түгел.

Фото: Р. Юлъяҡшиндың сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова.
 
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-07-26/radik-yul-ya-shindy-yorto-ay-a-bulyr-2886992
Автор:
Читайте нас: