Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Апрель 2022, 15:22

Өфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай

/

Өфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай
Өфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай

9 майҙа Өфөгә байрам программаһында ҡатнашыу өсөн Рәсәй сәхнәһе йондоҙҙары килә. Асыҡ һауалағы байрамда Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко сығыш яһай.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙанындағы концертта башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ла ҡатнаша. Программа киске 7-лә башлана. Сара сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.

Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтары саҡырыла.

 

Автор:Ләйлә Аралбаева.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-04-25/f-l-e-e-k-n-nd-nikolay-baskov-m-lev-leschenko-sy-ysh-ya-ay-2783468
Автор:
Читайте нас: