Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Март 2022, 09:13

"Сәнғәткә ғашиҡ йәндәр "

Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда бай йөкмәткеле сара үтте

"Сәнғәткә ғашиҡ йәндәр "
"Сәнғәткә ғашиҡ йәндәр "

Ағымдағы йыл Башҡортостан Республикаһында Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.
Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда ошо йылға арнап "Сәнғәткә ғашиҡ йәндәр "исемле бай йөкмәткеле сара үтте.
Был ижади кисәгә оҙаҡ йылдар Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, "Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре "тигән маҡтаулы исем йөрөткән Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙы, Айтуған Рәжәп улы һәм Ильяс Билаловтар саҡырылғайны.
Шәрифә апай үҙенең хеҙмәт йылдары хәтирәләре менән бүлеште. Айтуған Рәжәп улы үҙенең уҡыусылары менән гармунда матур көйҙәр уйнап ишеттерҙе. Әйтеп үтергә кәрәк, Айтуғандың улы Ильяс та бик оҫта гармунда уйнай. Ул музыка мәктәбендә ете йыл шөғөлләнә.
Был матур кисәгә Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙының ауылдаштары ,туғандары, балалары һәм бергә эшләгән коллегалары йыйылды.
Сара бик матур хәтирәләр, теләктәр, концерт номерҙары менән тамамланды.Ҡунаҡтар ошо матур сараны ойоштороусылаоға оло рәхмәттәрен еткереп күтәренке кәйефтә таралышты.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас: