Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Март 2022, 14:29

Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе

Әбүбәкер ауылында был байрамға барлыҡ ауыл халҡы йыйылды.

Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе
Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе

Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе. Ул көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, байрам үткәрә. Был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылағандар. Ә иң аҡыллы, зирәк, уңған ҡыҙҙарҙы Наурызбикә итеп һайлағандар. Райондың күп кенә ауыл биләмәләрендә Наурыз байрамына арналған саралар гөрләп үтте. Әбүбәкер ауылында был байрамға барлыҡ ауыл халҡы йыйылды.Ағинәйҙәр мәктәп уҡыусылары менән бергә Наурыз байрамын сәхнәләштерҙе. Наурыз байрамында бойҙай ашына өҫтөнлөк бирелгән һәм төп ризыҡтарҙың береһе ҡурмас булған.Тышта ҡаҙан ҡуйып, байрам ҡурмасы ҡурылды. Бойҙай ашынан торған мул табын, ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо.
Ауылдаштар милли байрам тамашаһын ҡарағандан һуң, халыҡ уйындарында ҡатнаштылар. Йылдың имен, тыныс, уңышлы килеүен теләп, бойҙай бутҡаһынан ауыҙ иттеләр.
Ололар, ата-әсәләр, балалар ҡатнашлығында үткән ошондай милли байрамдар илебеҙгә, телебеҙгә, мәҙәниәткә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә hөйөү тәрбиәләй, киләсәккә ышаныс уята.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас: