Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Ғинуар , 19:36

Тыуған ерҙән илһам алып...

Сулпан Билал ҡыҙы Билалова – рәссам, дизайнер, педагог, иллюстрациялар оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты. Уның ижады республикабыҙҙың төньяҡ һәм көньяғы мәҙәниәтен үҙенә һыйҙырған. Бөгөнгө көндә Мәскәүҙә йәшәй.

Тыуған ерҙән илһам алып...
Тыуған ерҙән илһам алып...

Сулпан Билал ҡыҙының атаһы –  Хәйбулла тарафтарында тыуып үҫкән ир-уҙаман, әсәһе Сәкинә Кәлимулла ҡыҙы – Борай яҡтарынан. Рәссам баш ҡалаға киткәнсе урындағы баҫмаларҙа эшләй, тыуған ерендә оҫталығын шымарта, ҡанат нығыта.  Һин ҡайҙан, тип  йыш ҡына һорайҙар. Мин – башҡорт ҡыҙы, тип ғорурлыҡ менән яуап ҡайтарам. Ғаилә хәлдәре буйынса Мәскәүгә күсеп китергә тура килде. Тәүге йылдары үҙемә лә, балаларыма ла бик ҡыйын булды. Тәбиғи, мегаполис бер кемде лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Көслө характер, сабырлыҡ менән ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Төп ҡалабыҙ мине ҡабул итте. Ул ғына ла түгел, хатта бер нисә урынға эш буйынса тәҡдим алдым», – ти әңгәмәсем.

– Ниндәй йүнәлештә эшләйһегеҙ, үҙегеҙҙе классик рәссамдәр иҫәбенә индерәһегеҙме?

– Һынлы сәнғәтте лә, графиканы ла, иллюстрацияларҙы ла үҙ итәм. Аҡ ҡағыҙ күреү менән унда нимәлер төшөрөргә ҡулым ҡысыта башлай (көлә). Һис һүҙһеҙ, графика аҡ ҡағыҙҙа сағылыш таба, әгәр ҙә әҙәби китаптар уҡыйым икән, уның һәр бер сюжетын терелткем килә. Шунан күңелдә иллюстрациялар тыуа.

– Мәскәүҙә, ҙур ижад мөхите булған ерҙә, йәшәйһегеҙ, уныһы аңлашыла. Ә картиналарығыҙҙа барыбер ҙә тыуған ер мотивы һаҡлана. Йыш ҡайтаһығыҙмы?

– Профессиональ рәссам булараҡ, күп осраҡта заказдар буйынса эшләйем. Ул хеҙмәттәремдә һынлы сәнғәттең бөтә төрҙәре лә бар. Әммә күңел өсөн төшөргән һүрәттәремдең барыһы ла тыуған ерем хаҡында. Башҡор­тостаным һәр ваҡыт йөрәгемдә, уға арналған бик күп пландарым, эскиздарым бар. Мөмкинлек булғанда, тыуған яғыма ашығам.

– Йылы ғаилә усағы, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар тематикаһына арналғандары ла күп эшегеҙҙә?

– Һынлы сәнғәттә иң яратҡан сюжеттарым – бала саҡ хәтирәләре: өләсәйемдең йомшаҡ ҡулдары, утын яғылған мейес, икмәк еҫе, өҫтәлдәге гәрәбә шикелле һары бал, вайымһыҙ бала саҡ, бейек-бейек ағастар һәм беҙҙе уратып алған сикһеҙ бәхет тойғоһо... Эштәремдә ябай кешеләр һәм уларҙың көнкүреше мөһим урын алып тора. Барыһы ла – ҡасандыр ысынбарлыҡта күргән, тойған геройҙарым. Бала сағымда каникул осорон гел ауылда үткәрҙем. Бының өсөн әле лә атай-әсәйемә бик  рәхмәтлемен. Башҡор­тостан ере минән рәссам, кеше яһаны. Тап республикамда ижадымдың башланғысы юғары наградалар менән билдәләнде. Беҙҙең үҙ-ара мөхәб­бәтебеҙ – мәңгелек!

– Рәссам булараҡ, төрлө өлкәләрҙә эшләгәнһегеҙ. Бөгөн һеҙ ирекле йөҙөүҙә?

– Эшем бик күп, хатта ки был да мине шатландыра. Әле шәхси күргәҙмәмә әҙерләнәм, Мәскәүҙең арт-сараларында ҡатнашам. Күргәҙмә баш ҡаланың рәссамдәр берлеге тарафынан Кузнецкий галереяһында үтәсәк. Шулай уҡ «Балалар әҙәбиәте» (ДетЛит) нәшриәтенә иллюстрациялар эшләйем һәм республикабыҙҙың яратҡан «Аҡбуҙат» балалар журналы менән дә хеҙмәттәшлегем дауам итә.

– Ғөмүмән, ижад кешеһе бер урында тапанып тора алмайҙыр ул. Нидерландта ла үҙ студияғыҙ бар. Өфөнән ситкә китеү, илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәү, төрлө илдәргә барып ижад итеү һеҙгә нимә бирҙе?

– Ижад кешеһенә ғүмеренең бер өлөшөн сәйәхәттә үткәреү  файҙалылыр, тигән һығымта яһайым. Башҡа ил, халыҡтар мәҙәниәте, традициялары менән танышҡанда һин үҙең дә бер башҡа үҫеп китәһең. Төрлө оҫтаханаларҙа эшләү дәүерендә «Көнбайыш һәм көнсығыш араһында» тигән шәхси күргәҙмә ойошторҙом. Ундағы эштәр бер-береһенән ҡырҡа айырыла. Нидерландта (Голландия) эшләгән осоромда сағыу төҫтәргә мөрәжәғәт иткәнмен. Сөнки был диңгеҙ буйы илендә ҡояш аҙ, йонсоу, болоҡһоу көндәр күберәк. Шуға күрә Голландия тамашасылары асыҡ, күңелле төҫтәр ярата. Был картиналарға көнба­йыштың арт-баҙарҙарында ла һорау бар. Унда абстракция, формализм, сюрреализм, фәнтәзи күберәк. Ә беҙҙең тамашасы иһә академик стилдәге оҫталарҙың классик картиналарына өҫтөнлөк бирә. Рәсәйҙә реализм йүнәлешендәге һынлы сәнғәт мәктәбе көслө. Шуға күрә беҙҙең республикала ла төрлө стилдә эшләй белгән профессионалдар етерлек. Үҙемә лә реализм элементтарынан торған композициялар яҡын.

– Тормошта Һеҙ ниндәй ҡатын-ҡыҙ һәм әсәй?

– Ислам йоғонтоһонда тәрбиәләнгән көнсығыш ҡатынымын. Шуға күрә өйҙә тыныслыҡ, зауыҡлыҡ, матурлыҡ яратам. Аш-һыуҙан үҙебеҙҙең традицион һурпа һәм ҡамыр ризыҡтарына өҫтөнлөк бирәм. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙем. Элиза ла, Олег та – үҙ аллы тормош юлына ныҡлы аяҡ баҫҡан юғары белемле йәштәр. Кем нисектер, әммә мин балаларым менән бик ғорурланам. Сөнки икеһе лә маҡсатлы булып үҫте, миңә һәр ваҡыт ярҙам иттеләр, төрлө ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалманылар.

– Яңы йыл байрамы алдынан осрашабыҙ. Уҙып барған йыл ҡайһы яғы менән хәтерҙә ҡаласаҡ, киләһенән нимә көтәһегеҙ?

– Үткән йыл барыбыҙҙы ла пандемия менән шаңҡытты. Ул – кешелеккә килгән бер һынауҙыр. Шуның арҡаһында Мәскәүҙә лә күп кенә арт-объекттарҙың эше туҡтап ҡалды, байтаҡ саҡырыуҙар алғайным, ҡатнашып булманы. Рәссам булараҡ, «матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән әйтемгә таянам. Ғалимдарҙың яңынан-яңы вакциналар уйлап табыуы, табиптарҙың белеме һәм тырышлығы бушҡа булмаҫ, тигән ышаныс менән йәшәйем. Яңы йылда барыбыҙға ла вирусты еңеүҙә сабырлыҡтар, уңыштар, һаулыҡ теләйем. 

– Рәхмәт, ижади уңыштар юлдаш булһын Һеҙгә!

– Үҙегеҙгә лә рәхмәт, Яңы йыл ҡотло килһен!

Автор:Гөлнур Ишбулатова.
https://bashkizi.ru/articles/r-ssam-o-takhana-ynda/2022-01-02/tyu-an-er-n-il-am-alyp-2627583?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Автор:
Читайте нас в