Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Декабрь 2021, 21:56

ҠОРАМА ҠОРАЙ ӘБҮБӘКЕРҘӘР

Йолаларыбыҙҙы, боронғо шөғөлдәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау маҡсаты менән Әбүбәкерҙәр ҡул оҫтабикәһе Нәҙимә Назарова йортонда өмәгә йыйылып, ҡорама йолаһын үткәрҙе. #Айыҡауыл2021#Ҡорама#Әбүбәкерауылы

ҠОРАМА ҠОРАЙ ӘБҮБӘКЕРҘӘР
ҠОРАМА ҠОРАЙ ӘБҮБӘКЕРҘӘР

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына әүерелеп киткән. Энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ.

Ҡорама ул ябай ҡаралты ғына түгел. Ул тотош хәтер юрғаны. Өләсәйҙәребеҙҙең, ҡәртәсәйҙәребеҙҙең яратып кейгән күлдәктәренән һырылған ҡорамалар быуындар хәтерен генә түгел, милли асылыбыҙҙы ла һаҡлар гәүһәрҙәр ул.


Хас йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр бар, шуларҙың барыһын да тергеҙеп, халыҡ кәсептәрен йәйелдереп ебәрһәк, тотош бер төҫлө милли хәрәкәт барлыҡҡа килә лә ҡуя.
Йолаларыбыҙҙы, боронғо шөғөлдәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау маҡсаты менән Әбүбәкерҙәр ҡул оҫтабикәһе Нәҙимә Назарова йортонда өмәгә йыйылып, ҡорама йолаһын үткәрҙе.


Апай-инәйҙәрҙең бөтә күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп эшләнгән ҡул эштәре зауыҡлылығы менән һоҡландыра. Өйҙәрендә тик ултырмайҙар, уларҙың милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләрен төрлө күргәҙмәләрҙә, байрамдарҙа ла күрергә була.


– Быуындар күсәгилешлеге һаҡланһын өсөн үҙегеҙҙең белгәндәрегеҙҙе ҡыҙҙарығыҙға, килендәрегеҙгә, күрше-күләндәрегеҙгә, туған-тыумасаларығыҙға ла өйрәтегеҙ, ти улар. Был шөғөл менән һәр ҡатын-ҡыҙ булышырға тейеш, тип иҫәпләйем, – ти оҫтабикә Нәҙимә Назарова.


#Трезвоесело2021
#Айыҡауыл2021
#Ҡорама
#Әбүбәкерауылы

 

Автор:
Читайте нас: