Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Декабрь 2021, 21:49

“Изгелек донъяны ҡотҡарыр”

Бүребайҙа ял кисәһе күңелле үтте

“Изгелек донъяны ҡотҡарыр”
“Изгелек донъяны ҡотҡарыр”

Бүребай ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнөнә ҡарата күркәм сара ойошторҙо.

“Металлург” ауыл мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, кисәлә ҡатнашыусылар төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашҡан. Бынан тыш, “Кино” һәм “Музыка” темалары буйынса һорауҙарға яуап биргәндәр.

Әлиә Кузнецова һәм Юлия Решетникаларҙың музыкаль сығышы барыһына ла оҡшаған. Матур сара барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

 

Фото и информация Бурибаевский СДК

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: