Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноябрь 2021, 21:37

Баш ҡалабыҙҙа «Ёлки» яңы йыл комедияһының дауамын төшөрәләр

Өфөләрҙең «Ёлки» яңы йыл комедияһының дауамы төшөрөлгән майҙансыҡҡа килеп, үҙҙәрен экранда күреү мөмкинлеге бар.  

Баш ҡалабыҙҙа «Ёлки» яңы йыл комедияһының дауамын төшөрәләр
Баш ҡалабыҙҙа «Ёлки» яңы йыл комедияһының дауамын төшөрәләр

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 28 ноябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы майҙанында фильмдың бер эпизодын төшөрөргә йыйыналар. Сара проекттың режиссёры һәм продюсеры Антон Богданов етәкселегендә «Бөтә ил менән шыршы биҙәйбеҙ» исеме аҫтында ойошторола.

Майҙанда ковидҡа ҡаршы саралар үтәләсәк. Унда ҡатнашыу өсөн прививка йәки сирҙе үткәреү тураһында QR-код кәрәк. Урындар һаны сикле.

Ғаризалар [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң ойоштороусылар саҡырыу ебәрергә һәм өҫтәмә мәғлүмәт хәбәр итергә тейеш.

Әлеге сара Мәскәү, Пермь, Красноярск, Төмән һәм Саранск ҡалаларында ла уҙҙы. Комедияның яңы өлөшө 16 декабрҙә прокатҡа сыға.

Фото:Ксения Калинина.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-11-26/f-l-yolki-ya-y-yyl-komediya-yny-dauamyn-t-sh-r-l-r-2597898

Автор:
Читайте нас: