Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Ноябрь 2021, 21:56

Гиннесстың рекордтар китабына ингән йәнһүрәттәр

Кешеләр генә түгел, ә йәнһүрәттәр ҙә Гиннестың рекордтар китабына инә ала. Әйҙәгеҙ, бергәләп барлап алайыҡ әле!  

Гиннесстың рекордтар китабына ингән йәнһүрәттәр
Гиннесстың рекордтар китабына ингән йәнһүрәттәр

Иң оҙон йәнһүрәт

Был исемде “Симпсондар” комедияһы алған. Ул 706 сериянан тора. Рекордтар китабында был йәнһүрәт иң “йондоҙло” фильм булараҡ та телгә алына. Геройҙарҙы тауышландырыу өсөн 810 кино йондоҙо саҡырылған.

Иң ҡиммәтле йәнһүрәт

“Рапунцель”де экранға сығарыу 260 миллион долларға төшкән. Уны 6 йыл дауамында эшләгәндәр. Төп геройҙың сәстәрен яһау өсөн махсус программа ла яҙғандар хатта.

Иң күп аҡса йыйған йәнһүрәт

“Һалҡын йөрәк” (“Холодное сердце”) фильмы донъя буйынса 1,2 миллиард доллар аҡса йыйған.

YouTube та иң күп ҡаралғаны

Гиннесстың рекордтар китабында Рәсәйҙә етештерелгән мультфильм да бар. “Маша һәм Айыу”ҙың 17-се серияһы иң күп ҡаралған булып һанала. Уны 4 миллиардтан артыҡ тапҡыр ҡарағандар.

Иң пластилинлы мульфильм

Был исемде «Уоллес һәм Громит» фильмы алған. Уны яһау өсөн 3 мең килограмм пластилин сарыф ителгән.

Фото интернет селтәренән.

https://yanshishma.com/articles/y-n-r-tt-r/2021-11-24/ginnessty-rekordtar-kitabyna-ing-n-y-n-r-tt-r-2594622

 

Автор:
Читайте нас: