Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Апрель 2021, 11:06

Ноутбук, триммер, телевизор, әллә мотоблок кәрәкме?

"Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә яҙылыусылар араһында шәп приздар уйнатыла //

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Күптәр яратҡан гәзит-журналдарын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырыу ғына түгел, уҡыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм үҙең теләгән республика баҫмаһына яҙылып, ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед һәм телевизор кеүек бүләктәр отошонда нисек ҡатнашырға һуң? Бының өсөн почта бүлексәһендә, йәки редакцияның үҙендә яратҡан баҫмаларыңа яҙылыу шарт.
“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто rbsmi.ru сайтындағы матбуғатҡа онлайн-яҙылыу хеҙмәтен файҙаланып, өйҙән дә сығып тормайынса, бер нисә минут эсендә баҫмаға йылдам һәм уңайлы яҙылыу алымын тәҡдим итә.
Бының өсөн “Матбуғатҡа яҙылыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә гәзит йәки журналдың баҫма, шулай уҡ электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк. Баҫма матбуғат һеҙ күрһәткән почта адресына, ә электрон версияһы электрон йәшниккә килә.
Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2021 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсермәһен “Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 15 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк. Был баҫмаларҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska бүлегенән һайлау шарт.
Квитанцияларҙы 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Бүләктәр 23 июлдә БСТ телеканалының иртәнге тура эфирында уйнатыла.
Әйткәндәй, ошо уҡ квитанция менән “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите ойошторған бүләктәр уйнатыу конкурстарында ла ҡатнашырға була. Бының өсөн квитанцияларығыҙҙы редакцияға алып килеп теркәтеү мотлаҡ.
Мөхәрририәт.
Читайте нас: