Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Апрель 2021, 21:54

"Шатлыҡ"та милли кейем көнө

Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған сағыу саралар аша, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә, уларҙың кейемдәренә, биҙәктәренә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләп, төрлө милләттең мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү һәм тыуған ил менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнде //

16 апрель Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө уңайынан беҙҙең балалар баҡсаһында бай йөкмәткеле төрлө йүнәлештә саралар ойошторолдо.
Иң кескәйҙәребеҙ милли кейем нимә булыуын төшөнһә, “Малютки” һәм “Ҡарлуғас” икенсе кескәйҙәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре башҡорт һәм башҡа республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡ кейемдәре, уларҙың биҙәлеше, тәғәйенләнеше менән башҡорт милли кейемен ҡарап һәм милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы уйнатып танышты. Башҡорт милли кейемдәре, уларҙың атамалары һәм биҙәлештәре тураһында ла белделәр.

Уртансы төркөмдәрҙән “Аҡбуҙат”тар “Башҡорт тирмәһе” музейына сәйәхәт ҡылып, башҡорт милли кейеме, уның биҙәлеше тураһында белеп кенә ҡалманы, ә башҡортса тыпырлатып бейеп, милли уйындар уйнап, баҡсабыҙҙың коридоры стеналарында һүрәтләнгән башҡорт халыҡ әкиәттәре менән дә ҡыҫҡаса танышып үтте. Ә “Айыуҡай”ҙар республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең кейемдәрен кейеп, ул халыҡтар, уларҙың кейемдәре тураһында мәғлүмәтле булды һәм дәртләнеп, халыҡ уйындарын уйнаны. Шулай уҡ “Айыуҡай”ҙар ата-әсәләр менән берлектә “Башҡорт милли кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре” күргәҙмәһен дә ойошторҙо.

Өлкән төркөмдәрҙән “Любознайки”лар башҡорт милли кейемдәренең биҙәктәрен ентекле өйрәнһә, “Бал ҡорттары” төркөмө тәрбиәләнеүселәре башҡорт халыҡ йолалары атҡарылған ваҡытта ла сағыу биҙәкле милли кейемдәр кейелеүе тураһында белде һәм йола ваҡыттарында уйналған балалар уйынын уйнаны. “Кузнечики” төрлө йәштәге сәләмәтлектәре сикләнгән төркөм балалары дидактик һәм халыҡ уйындары уйнаны, ситекте башҡорт биҙәктәре менән биҙәне. “Көнбағыш”, “Ал елкәндәр” мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре милли кейем элементтарын төрлө ҡул эштәрендә сағылдырҙы, халыҡ уйындарын уйнаны, башҡортса милли кейемдәр кейеп бейенеләр ҙә.

Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған сағыу сараларыбыҙ аша, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә, уларҙың кейемдәренә, биҙәктәренә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләп, төрлө милләттең мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү һәм тыуған ил менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнде. Был көндө бөтә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтары ла милли кейем һәм милли кейем элементтары ҡулланып кейенеп килеп, “Милли кейемдә уҡыйым” акцияһына дәррәү ҡушылдыҡ.
Автор:Ә.Ф.Баймырҙина, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: