Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Апрель 2021, 11:30

Эшенә бар күңелен һала

Улар янында үҙеңде ышаныслы тояһың, төплө аҡыл, күркәм холоҡтарына хайран ҡалаһың. Шуларҙың береһе Аҡъяр ауылынан Венера Тулыбаева./

Шундай кешеләр була: үҙҙәренең самаһыҙ баҫалҡылығынанмы, күҙгә бик салынып бармайҙар. Баш баҫып, үҙ эштәрен башҡаралар, бәғзеләр кеүек ҡысҡырып та йөрөмәйҙәр, иңдәренә төшкән һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтәләр, яҡындарына ла һәр саҡ изгелек өләшеп йәшәйҙәр.

Улар янында үҙеңде ышаныслы тояһың, төплө аҡыл, күркәм холоҡтарына хайран ҡалаһың. Шундай геройҙарымдың береһе Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Венера Тулыбаева. Ул оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортонда матди-техник база буйынса белгес булып эшләй.

Тап уның дөрөҫ эш итеүе арҡаһында район ауылдарындағы мәҙәниәт усаҡтары яңы­са төҫ ала, ремонтлана. Ул төҙөгән ки­лешеүҙәр булһынмы, төрлө төҙөлөш материалдарын табып килтереү тиһеңме, ремонт йәки төҙөлөш барған мәҙәни учрежде­ниеларҙың уртаһында ҡайнап, тәү ҡарашҡа хәл ителмәҫтәй тойолған проблемаларҙы тормошҡа ашырыумы – Венера Ванир ҡыҙынан башҡа бер эш тә башҡарылмай.

Шул уҡ ваҡытта сәхнә кейемдәрен тектереү, уны һатып алыу, ауыл мәҙәниәт усаҡтарын сәхнә кейемдәре менән тәьмин итеү бурысы ла уның иңендә. Һәр ауыл клубында, китапханаһында ниндәй йыһаз урынлаштырылған, музыка ҡоралдары һатып алынған, ниндәй хаҡҡа ремонт үткәрелгән – быларҙың барыһы ла Венера Тулы­баеваның “хәтер һандығы”на тәфсирләп һалынған, шуға күрә хеҙмәттәштәре лә, төн уртаһында уятып һораһаҡ та, бер ҙә яңылышмай барыһын да әйтеп бирәсәк, тип ышана.

Венера Ванир ҡыҙы үҙенә йөкмәтелгән һәр эште аҙағына тиклем алып бара, уны лайыҡлы башҡарыу оҫталығына эйә. Хәйбулла район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, Венера Тулыбаеваның үҙ эшенә ҡарата талапсан булыуы һоҡландыра. Күптәр ни башҡарыуын да аңламайҙыр, әммә эше бик яуаплы һәм кәрәкле. Тап алдан күрә белеүе, һәр өлкәлә үҙен иркен тотоп эш итеүе, ирҙәрсә ныҡлы ҡарарҙар ҡабул итеп, уны һөҙөмтәле атҡарып сығыуы һоҡландыра. Шуға күрә капиталь йәки косметик ремонт өсөн мәҙәни учреждениеларға тотонолған сығымдарҙы хәл итеү, сәхнә костюмдарын һатып алыу йәки тектереү, музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләрҙә ул һәр саҡ һүҙен аҙаҡ әйтә һәм ғәмәлдә ғәҙел булып сыға ла.

Әйткәндәй, район мәҙәниәт учрежде­ниеларының матди базаһы йыл һайын нығытыла, улар төрлө программаларҙа ҡат­наша. Һуңғы йылдарҙа ғына Сиҙәм, Маҡан, Мәмбәт, Атингән, Иләс, Вәлит ауылда­рындағы мәҙәниәт йорттарына капиталь ремонт эштәре башҡарылған. 2020 йылда клуб­тарҙың матди-техник базаһын нығытыуға урындағы ҡаҙнанан 11 миллион 556 мең һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ сәхнә кейем­дәре, тауыш ҡорамалдары, компьютерҙар, газ ҡоролмалары алынған. “Аныҡ эштәр” һәм “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаларына ярашлы 2 миллион 140 мең һум аҡса бүленгән.

Әбүбәкер ауылында тыуып үҫкән Венера Тулыбаева уҡытыусы һөнәрен һайлай, әммә, яҙмыш ҡушыуымы, әллә күңел талабы буйынсамы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ханым 2012 йылда мәҙәниәт өлкәһенә эшкә килә һәм үҙен тап ошонда таба. Йәмәғәте Илдар Рәфҡәт улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Тормошонан да, эшенән дә йәм тапҡан ханым ҡатын-ҡыҙҙың бәхете, иң беренсе сиратта, ҡорған ояһында – ғаи­ләһендә, ти. Бар яҡлап бәхетле, үҙ эшенең оҫтаһы Венера Ванир ҡыҙы иңенә һалынған яуаплы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға күпме көс, тырышлыҡ түгелгәнен, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрелгәнен үҙе генә белә. Тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эшен һөҙөмтәле итеп башҡарыуын дауам итә ул.

Хәйбулла районы.
Автор: К. ИШБУЛДИНА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/eshen-bar-k-elen-ala/
Читайте нас: