Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2021, 22:14

Иртәгә - Милли кейем көнө!

Был байрам йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә

Иртәгә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Был байрам республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Иртәгә ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында милли кейем көнөн үткәреү буйынса бик күп саралар планлаштырылған.
Баш ҡалабыҙҙың Рус драма театрында, Р.Нуриев исемендәге хореография колледжында сәхнә костюмдары, милли кейем атрибуттары, милли кейемгә бағышланған күргәҙмә үтә. Төп сараларҙы, әлбиттә, Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Кисәнән алып, белеүегеҙсә, социаль селтәрҙәрҙә “Дуҫлыҡ бейеүе” акцияһы бара. Унда ҡатнашыусылар бихисап. Социаль селтәрҙәге төркөмдәргә төрлө халыҡ кейемдәрендә уларҙың бейеүҙәрен башҡарып төшкән роликтар урынлаштырыла. Бынан тыш, милли кейем кейеп төшкән фотоларҙы ла ҡуйырға мөмкин. Уларҙа УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ДеньНациональногоКостюма хэштэгтары булыуы һәйбәт.
Республикабыҙҙа әллә күпме милләт вәкиле йәшәй. Һәр береһе күркәм йолаларға, ҡабатланмаҫ мәҙәни үҙенсәлектәргә эйә. Милли кейем көнө тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңыса ҡарарға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға таратырға ярҙам иткән күркәм бер сара булып тора. Уның матур йолаға әүерелә барыуы ифрат шатлыҡлы, әлбиттә.
Фото:Первомайка, Мәмбәт, Быҙаулыҡ, Йәнтеш, Ивановка мәҙәниәт йорттары
Автор: Равиля Гатауллина

Читайте нас: