МӘҘӘНИӘТ
13 Апрель 2021, 16:34

Башҡорт эстрадаһында милли үҙенсәлек юғалмаһын

“Үҙ халҡыңа хеҙмәт итергә кәрәк”

Башҡорт эстрадаһында йәштәр етерлек: тышҡы ҡиәфәттәре, башҡарған йырҙары, сәхнәләге образдары ҡабатланып килгәнлектән иҫтә ҡалмағандары ла осрай. Моңдо бар нескәлегендә тойған, һәләтле тауыштары менән әсир иткәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә был егеттә бар ундай һәләт – ул заманса йырҙарҙы ла, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен дә берҙәй матур башҡара, йырсы булыуҙан тыш, үҙен “Юлдаш плюс” йәштәр интернет радиоһы етәксеһе итеп тә танытырға өлгөргән. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Илнур РАМАҘАНОВ.

“Бәләкәй саҡта ҡалаҡты микрофон итеп йырлай торғайным”

– Сәнғәткә илткән юлың нисек башланды, Илнур?
– Әсәйем Йәмилә Сабир ҡыҙы – йырсы, режиссер, мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән кеше. Уның ҡарынында саҡта уҡ йырҙар тыңлап үҫкәнмендер. Бәлә­кәйҙән төрлө мәҙәни сараларҙа, туғандар йыйылышҡан саҡтарҙа ҡалаҡты микрофон итеп тотоп йырлай торғайным, быға йыр һүҙҙәрен белмәүем дә ҡамасау түгел ине.

Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта, миңә дүрт йәш самаһы ине, тәрбиәсе өйрәткән йыр менән Күмертау ҡалаһында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡтым. Артабан әсәйем етәкселегендәге “Аҡбуҙат” фольклор коллективына йөрөй башланым. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, йырҙың мәғәнәһен, моң ҡиммәтен бәләкәй саҡтан күңелемә һеңдереп үҫтем.

Башҡорт эстрадаһына 2015 йылда, йәғни 19 йәшемдә аяҡ баҫтым.

– Уйлап ҡараһаң, һинең юлың бәләкәй саҡтан уҡ билдәле бул­ған. Шулай ҙа башҡа йүнәлеште һайлау, бүтән һөнәрҙе үҙләштереү теләге тыуманымы?
– Юҡ, тыуманы, сөнки сәнғәт – күңелгә ятҡан донъя. Үҙем Башҡорт дәүләт университетының геология факультетында уҡыным, әммә барыбер Телеүҙәккә барып эләктем. Мәҙәни тормош оҡшай миңә, килем дә килтерә.

– Тимәк, һин белемең буйынса геолог. Киләсәктә, бәлки, ошо йүнәлеш буйынса эшкә күсерһең?
– Киләсәктә, ғаилә ҡорған хәлдә, был йүнәлешкә боролорға уйым бар, сөнки сәнғәт менән генә ғаиләне аҫрау мөмкин түгел. Геологияны ла ошонан сығып һайлағанмындыр, был өлкәлә аҡсалы эш табырға була.

– Ҡасан йондоҙ булып уяндың? Тәғәйен көнөн иҫләйһеңме?
– Үҙем тыуып үҫкән Көйөргәҙе районында биш-алты йәштән сығыш яһай башланым, әммә миңә призлы урын бирмәйҙәр ине. “Тыуған ер иң һуңғы булып таный”, тиҙәр бит... Минең менән дә шулай булды.

Республика кимәлендәге “Яҙғы тамсылар” йыр конкурсына сығыуым булды, беренсе урынды яуланым. Иртәгәһенә йондоҙ булып уяндым: район гәзитендә минең хаҡта яҙа, еңеүем тураһында һөйләй башланылар. Был күңелгә май булып яғылды, мәҙәниәттәге урынымды нығытты.
2014 йылда “Йәшлек-шоу”ҙа ҡатна­шып, өсөнсө урынға лайыҡ булыуым да үҙемде “йондоҙ” итеп тойорға мәжбүр итте. Бәләкәй саҡтан был фестиваль хаҡында телеви­зорҙан ҡарап, гәзиттән уҡып, унда ҡатнашырға хыяллана торғайным: ниндәй премиялар яулайҙар, ниндәй артистар сығыш яһай...

Башҡорт эстрадаһының бәләһе ниҙә?

– “Йондоҙ” булғас, ауырыуы ла йоҡманымы?
– Беҙҙең башҡорт эстрадаһында “йондоҙ ауырыуы” менән сирләү мөмкин түгел, сөнки лайыҡлы кимәл юҡ, артыҡ билдәлелек тә яулап булмай. Дан кимәлен, ғәҙәттә, беҙҙә һәр концертҡа саҡырыу менән баһалайҙар, әммә ысынында улай түгел.

– Нисек инде? Ә туҡһанынсы, ике меңенсе йылдар?..
– Һәр замандың үҙ йырсыһы. Элек компьютер ҙа, интернет та үҫешмәгән ваҡыт, халыҡ эстрада, йырҙар арҡылы ғына үҙенең күңелен күргән, ә хәҙер... беҙҙең эстрадала – “винегрет” (көлә).

– Был “винегрет”тың тәме ниндәй икән?
– Беҙҙә шундай тенденция менән эш итәләр: Рәсәй, Европа эстрадалары стилен ҡабатлайҙар, ошо арҡылы үҙебеҙҙең милли үҙенсәлегебеҙ юғала. Ҡабат­лайһың икән – матур, сифатлы итеп ҡабатла. Мәҫәлән, Алтынай Вәлитов йырҙарын урынына еткереп, сифатлы итеп башҡара. Хәҙер бит йырсы булыу өсөн матур йырлай белеү, тауышлы булыу кәрәкмәй, кешегә шоу мөһим.

– Рәсәйҙе, Европаны ҡабатлап, үҙебеҙҙең йөҙөбөҙҙө юғалтабыҙ... Ә нисек ул – үҙебеҙсә эшләү, ижад итеү? Тәнҡитләйһең икән – тәҡдим ит, тиҙәр бит.
– Ҡайын араһында йырлап клип төшөрөп түгел инде һәр хәлдә... (көлә – авт.).

– Миңә ҡалһа, беҙҙекеләр генә шулай эшләйҙер ул.
– Эйе, бына ул – беҙҙең үҙенсәлек. Олоғаяммы икән, һуңғы арала баян, ҡурай моңо оҙатыуындағы йырҙарҙы тыңлағы килә башланысы. Йәштәрҙең интернет радиоһы етәксеһе булып та, заманса йырҙарҙы тыңлай алмайым. Ҡыйын. Йырлай белмәйҙәр, каверҙар күбәйҙе. Был бюджетҡа ла бәйлелер – аранжировкалар эшләтеү ҡиммәт бит. Шәхсән үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы сығармайҙар.

– Ә шулай ҙа башҡорт эстрада­һында лайыҡлы йәш башҡарыусылар бармы? Алтынайҙы билдәләп үттең...
– Әлбиттә, бар. Шулай ҙа улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Мәҫәлән, Искәндәр Сөләймәнов. Мин уны тәү тапҡыр ун дүрт йәшлек сағында “Сулпылар”ҙа осраттым (Илнур – “Тамыр” каналы үткәргән “Сулпылар” балалар йыр бәйгеһенең баһалама ағзаһы – авт.). “Һинең киләсәгең ҙур, үҙенсәлекле жанрҙа ижад итәһең, йырлауыңды ташлама”, – тип кәңәш бирҙем. Артабан Искәндәргә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышып торҙом, сараларға, концерттарға саҡырҙым, бергә дуэт та яҙҙырҙыҡ. Әлеге мәлдә ул егет Мәскәүҙә йөрөй, үҙен компьютерсы, аранжировка оҫтаһы итеп танытты, билдәле йырсы Моргенштерн, Эльдар Джарахов командаһында эшләй.

– Һуңғы үткән “Йәшлек-шоу”, уның яңы форматы оҡшанымы һиңә?
– Ғәмәлдә асыштар бүләк итмәне. Элеккеләрен халыҡ көтөп ала ине, ул сәмле бәйге була торғайны. Яңы асыш­тарҙан тыш, эстрадала танылырға өлгөргән артистарҙы ла “Йыл йырсыһы”, “Йыл клибы” кеүегерәк премиялар менән билдәләгәйнеләр. Ә был юлы ундайыраҡ саралар булманы.

– “Сулпылар”ҙы ла телгә алдың. Яңылышмаһам, һин дә был конкурста ҡатнашҡанһың...
– 2003 йылда беренсе урынға лайыҡ булдым, унда миңә ете йәш ине. “Тамыр”­ҙағы тормошом да шунан башланды.

– Йылдар үткәс, үҙең ошо бәйгелә баһалама ағзаһы булдың. Ғөмүмән, “Сулпылар” хаҡында бер-ике фекер әйт әле.
– Быға хәтлем күп йылдар буйы балалар “плюс”ҡа йырлай ине (“плюс” – йырҙа музыканан тыш, матурыраҡ күренһен өсөн эшкәртелгән тауыш ҡулланыу, уға ҡушылып йырлау – авт.). Һуңғы дүрт йыл уларҙы тере тауышҡа йырлата башланыҡ та “аһ!” итеп ҡалдыҡ. Һәләтле балалар “плюс”һыҙ ҙа йырҙы урынына еткереп башҡара икән. Талантлы үҫмерҙәр бик күп, һәр береһе матур йырлай, әммә үҙҙәре менән һөйләшә башлаһаң, башҡортса һөйләшә белмәү­ҙәре асыҡлана... Шуныһы әсендерә. Шулай ҙа, балалар туған телендә һөйләш­мәһә, уны йырлатып телде өйрәтегеҙ, тиҙәр. Йыр – ул туған телебеҙҙең киләсәге.

“Балалар йырҙары композиторы булғым килә”

– Һинең репертуарыңды күбеһенсә ниндәй йырҙар биләй?
– Йырҙарым күп, биш йыл эсендә иллеләгән йыр сығарҙым, уларҙың утыҙы диск булып баҫылып сыҡты. Репертуарға килгәндә, заманса, эстрада, ретро, халыҡ йырҙары ла бар. Үҙ ижадымда төрлө йүнәлештәрҙе туплағанмын, тип әйтергә була.

– Йыр һайлағанда тәү сиратта нимәгә иғтибар итәһең?
– Әлбиттә, һүҙҙәренә. Әлеге лә баяғы, беҙҙең эстрадала һүҙҙәргә иғтибар бөттө. Мәғәнәһеҙ һүҙҙәр менән йырлау шул уҡ сит ил эстрадаһын ҡабатлауҙан да килә. Ә был күренеш йырҙы биҙәмәй. Һүҙҙәргә иғтибарлы булырға кәрәк.

– Был мәсьәләне нисек хәл итеп була һуң?
– Йырға һүҙҙәр ижад иткән шағир менән дөрөҫ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Ғәҙәттә, йырсы нисек әйтә, шулай яҙып бирергә күнеккәндәр.

– Йыр һүҙҙәрен үҙең яҙып ҡарағаның бармы? Ғөмүмән, йырҙарыңды тулыһынса үҙең ижад итәһеңме?
– Һүҙҙәрҙе – юҡ, ә көйҙәрен башлыса үҙем яҙам. “Сулпылар”ҙан сығып беләм: балалар өсөн йырҙар яҙған компози­торҙар бик әҙ, шуға күрә үҙемә улар өсөн йыр яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Йыл һайын “Сулпылар”ҙа ҡатнашҡан кескәйҙәргә йырҙар яҙып бирәм.

– Көй яҙғанда нисек илһам тыуа? Моң килтереп сығарыу процесы нисек бара?
– Төрлө композиторҙарҙың – төрлөсә, ҡайһы берҙәре тәүҙә көй яҙа, аҙаҡ ҡына һүҙ таба. Ә миндә шиғырҙы күрмәйенсә, уның мәғәнәһен тоймайынса көй яралмай. Бәлки, һүҙҙәре күңелле генәлер, ә мин бында моңһоу көй сығарып ултырамдыр...

“Беҙ – республикала берҙән-бер йәштәр радиоһы”

– “Юлдаш плюс” йәштәр интернет радиоһын нисәнсе йылдан бирле етәкләйһең?
– 2019 йылдан алып ошо вазифаламын. Унан тыш, “Юлдаш” радиоһында ла эшләйем, уның социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре өсөн дә яуап бирәм.

Йәштәр радиоһына килгәндә, беҙ – республикала берҙән-бер, хатта Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингында берҙән-бер йәштәр проекты, тип әйтергә мөмкин. Командала 12 кеше.

Йәштәргә иғтибар етеңкерәмәй, бағыусылар етмәй, шуға күрә ауырыраҡ та тура килә. Күп нәмәне үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ.

– “Эх, йәштәр өсөн генә тәғәйен­ләнгән радио булһа ине!” – тип уйлай торғайным мин элегерәк, бөгөнгөләй интернет заманы тыумағанда, “Юлдаш”тан ретро стилендәге йырҙарҙы тыңлай-тыңлай... “Юлдаш плюс”, бөгөн килеп, йәштәрҙең талаптарына яуап бирәме?
– Эйе, бында – заманса һулыш, шулай ҙа элекке йырҙарға ла иғтибар бүләбеҙ, ундайҙарҙы ла ярата хәҙерге йәштәр. Шул уҡ Рөстәм Ғиззәтуллинды ла, шул уҡ Сәғиҙулла Байегеттең “Тәпә”һен дә, мәҫәлән.

Беҙҙең радиоға ете йәш тулды. Ул былтыр Рәсәй буйынса “Милли-поп йырҙар жанрында тыңлау” номинация­һында беренсе урынға лайыҡ булды. Интернет-радиоларҙы тыңлау буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе урындабыҙ.

Башҡортостанда башлыса “Юлдаш” радиоһын тыңлайҙар, сөнки республика буйлап ФМ станциялары тота, ә беҙҙе Башҡортостандан ситтә ихлас тыңлайҙар, сөнки интернет аша тапшырыу уңайлы. Рейтингта Ханты-Манси автономиялы округы хатта беренсе урындарҙы биләй. Мәскәү, Ленинград, Амур өлкәләре һәм башҡалар тыңлай...

– Яҡынса тыңлаған кешеләр һанын әйтә алаһыңмы?
– Беҙҙе иң күп тыңлай торған ваҡыт – ул киске тура эфир. Ошо мәлдәге рекорд һаны – бер үк ваҡытта “Юлдаш плюс”ты 21 мең кеше тыңланы.

– Ни рәүешле “Юлдаш плюс” тулҡындарына килеп эләгергә, һеҙҙе тыңларға мөмкин?
– Үҙебеҙҙең рәсми сайтыбыҙ бар, телефонға радио ҡушымталарын күсереп алғанда ла, унда “Юлдаш плюс”ты табырға була. Хатта хәҙерге “Яндекс. Станция” колонкаларында ла тота.

“Был бала йырлай белмәй...”

– Беҙ һине халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған үҙенсәлекле тауыш эйәһе булараҡ беләбеҙ. Был хәҙерге көндә беҙҙең эстрадала, ысынлап та, һирәк күренеш, сөнки, үҙең әйтмешләй, кешене тауыш түгел, ә шоу ҡыҙыҡ­һындыра. Ошо тауыш үҙенсәлеген һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән нимәләр эшләйһең?

– Тауышты үҫтереүгә килгәндә, мин башта вокал уҡытыусыһы менән һөнәри кимәлдә шөғөлләндем. Бәләкәй сағымда ныҡ ялҡау булғанмын, ошо сәбәпле музыка мәктәбендә уҡытыусыны тыңламай торғайным. Ул үҙ сиратында: “Был бала йырлай белмәй...” – тип директорға ғариза яҙған. Шуға күрә артабан вокал уҡытыусым булманы. Әсәйемдең ҡул аҫтында, өйҙә үҙаллы йырлап үҫтерҙем тауышымды.

2011 йылда көсөмдө һынап ҡарарға уйланым һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурсында ҡатнашырға ҡарар иттем. Һөҙөмтәлә – Гран-при. Сәхнәлә йырлап торғанымда үҙемә үҙем ышанмай инем. Аҙаҡ теге уҡытыусым, яныма килеп: “Афарин, Илнур, мин һинең уҡытыусың булыуың менән ғорурланам!” – тине... Шулай итеп, музыка мәктәбен бөткәндә минең аттестатта вокалдан “бишле” билдәһе тора ине.

Артабан был конкурста еңгәнгә күрә, мине Сочиға Халыҡ-ара йыр конкурсына ебәрҙеләр, унда “Халыҡ вокалы” номинацияһында ун йырсы араһында Гран-при яуланым. Был да мине ныҡ ҡанатландырҙы.

Халыҡ, эстрада-джаз йырҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәрен алдым. Ул ваҡытта отоп алған күнегеүҙәрҙе әле булһа ҡабатлайым. Үҙеңә ышанһаң, үҙ көсөң булһа, вокал уҡытыусыһы кәрәкмәй ҙә...

“Халыҡ йырҙарын үҙ итәм, әммә күпселеккә оҡшаған йырҙарҙы башҡарырға мәжбүрмен”

– Үҙеңә ниндәй жанрҙа йырлау оҡшай?
– Халыҡ йырҙарын үҙ итәм, әммә хәҙер был жанрҙа йырлай торған концерттар юҡ.

– Ә “Урал моңо”?
– Ул йылына бер үтә, ә минең, артист булғас, даими сығыш яһағым, халыҡтың энергетикаһын да күргем, аҡса ла эшләгем килә, шуға күрә күпселеккә оҡшаған йырҙарҙы һайларға тура килә инде... Ә халыҡ йырҙарына килгәндә, уларҙы йәнле тауыш менән башҡарыу мөһим, ошо рәүешле тауыш асыла.

– Иң яратҡан халыҡ йырың ниндәй?
– “Уралым”ды (Салауат Юлаев һүҙҙәре), “Ирәндек”те йырларға яратам.

– Һинең сәхнә тормошонда ниндәй ҡыҙыҡлы мәлдәр булды?
– Һуңғы арала эстрада тормошонан бер аҙ ситкәрәк киттем, эш, ипотека...

Бәләкәй саҡтағы бер ваҡиғаны иҫләйем. Ырымбур ҡалаһындағы һабантуйға йырларға саҡырҙылар, миңә унда биш йәш ине. Әсәйем тауыш операторына бер юлы өс йырҙың аранжировкаһын биргән.

“Сәхнәлә – “Салауат батыр” йыры менән Илнур Рамаҙанов!” тип иғлан иттеләр. Тауыш операторы яңылыш “Ала бесәй балаһы” йырының көйөн ҡуйған... Ә мин башҡорт кейемендә, ҡулыма сыбыҡ тотоп сыҡҡанмын... Юғалып ҡалманым, сыбыҡты бесәйҙе әүрәткән һымаҡ уйнатып йөрөйөм, үҙем йырлайым. Халыҡ көлә, мин сәхнәнең артына сыҡҡас, үкереп иланым (көлә – авт.).

– Ярай сәхнәлә иламағас! Бик һөнәри ҡылыҡ.
– Иламаным шул, йылмайып йырлап бөтөрҙөм.

Ысын башҡорт ҡыҙҙары, милли ҡиммәттәр, илһөйәрлек хаҡында

– Киләһе һорауым һинең ижадың­ды, үҙеңде оҡшатҡан йәнатар ҡыҙҙар­ҙы ҡыҙыҡһындырыр. Ниндәй ул, һи­неңсә, камил башҡорт ҡыҙы? Буласаҡ хәләл ефетең ниндәй булырға тейеш?
– Уның тәү сиратта рухи байлығы булырға тейеш. Хәҙерге ҡыҙҙар тәмәке тарта, эсә, мәҙәниәте булмаған кеше шундай насар ғәҙәттәр менән мауыға. Тарихыбыҙға күҙ ташлайыҡ: башҡорт ҡыҙы ниндәй булған? Ул үҙенең баһаһын белгән, үҙен ҡараған – матур кейенгән, тәмле бешергән, һөйгән йәренә ҡарата ихтирамлы булған. Минеңсә, башҡорт ҡыҙҙары элекке милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҡатын-ҡыҙ ҡиммәттәрен ихтирам итергә тейеш.

Халыҡты, милләтте нисек бөтөрөргә? Ҡатын-ҡыҙҙарынан башларға кәрәк – ҡасандыр нацистарҙың сәйәсәте ошонан торған. Бөгөн килеп, ҡыҙҙар ситтән күскән насар ғәҙәт-ҡылыҡтар менән үҙҙәрен йәмһеҙләй.

– Милләт тураһында һүҙ ҡуҙғаттың... Һин илһөйәрме?
– Бәләкәй саҡтан фольклор коллективына эләккәс, башҡорт халыҡ ижады, башҡорт моңо менән һуғарылып үҫкәс, әлбиттә, илһөйәр. Тыуған еремде яратам, унан ситкә бер ҡайҙа ла киткем килмәй, шуға ла мин башҡорт радиоһында эшләйем, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү менән шөғөлләнәм.

– Алыҫ тарафтарға сығып китеү офоҡтарҙы киңәйтеүгә, ижади яҡтан үҫеүгә булышлыҡ итмәйме микән? Бая һин үҙең телгә алған Искәндәр исемле егет кеүек...
– Баш һуҡҡан яҡҡа сығып китеү теләге уяна биреп ҡуя, бигерәк тә уңышһыҙлыҡтарға, аяҡ салыуҙарға осраған хәлдә. Ҡайһы саҡ түбә таҡтаһына килеп терәлгәнмен, үҫешергә башҡа мөмкинлектәр юҡ кеүек тойола. Бәлки, башҡа ергә барып, бәхет ҡошоңдо тотоп кире ҡайтырға кәрәктер?!.

– Ә шулай ҙа кире ҡайтырға, туған халҡыңа хеҙмәт итергә инде?
– Әлбиттә.


Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште
Читайте нас