Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
МӘҘӘНИӘТ
11 Апреля 2021, 17:34
“Өләсәйем әкиәттәре” конкурсында ҡатнашығыҙ
Проектта ҡатнашырға теләгәндәрҙән 15-20 минутлыҡ видеояҙма ҡабул итәләр, шулай уҡ коллектив менән ролгә инеп тә әкиәт һөйләргә мөмкин.
Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан Башҡортостанда “Өләсәйем әкиәттәре” республика онлайн-конкурсы старт алды. Сара милли ауыҙ-тел ижадын, һөйләү-сәсәнлек йолаларын тергеҙеү, әкиәт жанрын популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.
Иғлан ителгән проект сиктәрендә башҡорт халыҡ әкиәттәре яҙып алынасаҡ һәм эшкәртеләсәк, һуңынан бер тупланма әҙерләнәсәк. Ул башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә яҡшы ярҙамсы буласаҡ.
Проектта ҡатнашырға теләгәндәрҙән 15-20 минутлыҡ видеояҙма ҡабул итәләр, шулай уҡ коллектив менән ролгә инеп тә әкиәт һөйләргә мөмкин. Эштәр 15 марттан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Уны
konkursskazok2021@mail.ru
адресына ебәрегеҙ.
Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында ойоштора. Проект Рәсәй Президенты гранты конкурсында еңгән.
Фото:
ural-rb.rbsmi.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/l-s-yem-ki-tt-re-konkursi-i-lan-itelde-726231/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"