Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы клубында «КЛУБ’оk XXI века» республика мәҙәни учреждениелары араһында «Башҡорт туҡылған шәле» фольклор байрамы уҙғарылды.
Боронғо замандарҙан ҡатын-ҡыҙҙар йөндән, башлыса кәзә мамығынан төрлө шәлдәр яһағандар. Кәзә мамығынан яһалған әйберҙәр еңел, йомшаҡ, зауыҡлы була. Урал тауҙары битләүҙәрендә буй еткергән кәзәләрҙең йөндәре үҙенсәлекле була. Әйткәндәй, донъяла шәлдәрҙе тик Башҡортостанда һәм Гималай тауҙарындағы Непал илендә генә туҡыйҙар.
“Вәзәм туҡылған шәлдәре” биҙәү-ғәмәли клубы оҫтабикәләре башҡорт туҡылған мамыҡ шәлдәренең эшләү серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Клуб фойеһында байрам ҡунаҡтары туҡылған шәлдәр һә әйберҙәр күргәҙмәһе менән танышты. «Мәрйен» һәм «Наҙбикә» фольклор коллективтарының моңло халыҡ йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
фото:Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто