Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда “Һаҡмар моңдары” башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл Хәйбулланың 12 ауыл биләмәһенән 22, шулай уҡ Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 2 йырсы бәйгелә ҡатнашты.
Зал тултырып йыйылған тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштарға күмеп, улар менән бергә ретро йырҙарҙы ҡушып йырланы. Конкурс һөҙөмтәләре артабанғыса булды:
Гран-при - Айгөл Нурғәлина (Вәлит ауылы);
1-се урын – Әминә Юнысова (Һаҡмар-Наҙарғол);
2-се урын – Руслан Ибраһимов (Әбеш) һәм Фәүзиә Юнысова (Атингән);
3-сө урын – Зөһрә Иштанова (Йәнтеш), Физалиә Саламатова (Мәмбәт) һәм Камила Хәйерзаманова (Баймаҡ районы).
Номинацияларҙа еңеүселәр: Әлфиә Шәйлина (Үрнәк), Илшат Сәмерханов (Йәнтеш), Хәсән Билалов (Әбүбәкер), Гөлсинә Вәхитова (Федоровка), Әлфиә Юламанова (Үрнәк), Фәнилә Мәмбәтова (Мәмбәт), Фәүзиә Аллабирҙина (Иләс), Руслан Иҫәнбаев (Әбүбәкер).
фото:Хәйбулла район мәҙәниәт йорто