МӘҘӘНИӘТ
8 Апреля 2021, 10:18

Зәйнетдиндән шәп бүләк!

Билдәле профессиональ бейеүсе, музыкант, режиссер, шоумен “Хәйбулла хәбәрҙәре”нә яҙылыусыларға үҙ тамашаһына билеттар бүләк итә. 16 апрелдә башҡорт телендәге район гәзитенә 2021 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында 24 апрелдә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк шоу-тамашаға билеттар уйнатыла. //

Билдәле профессиональ бейеүсе, музыкант, режиссер, шоумен “Хәйбулла хәбәрҙәре”гәзитенә яҙылыусыларға үҙ тамашаһына билеттар бүләк итә.
16 апрелдә башҡорт телендәге район гәзитенә 2021 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында 24 апрелдә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк шоу-тамашаға билеттар уйнатыла.
Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВТАН башҡорт егеттәренә генә хас көс-дарман, мең кешегә етерлек тырышлыҡ, талант, мөләйемлек урғыла. Шуға ла сәхнәгә сығыу менән тамашасылар күңелен “һә” тигәнсе яулайҙыр ул. Күп яҡлы таланты, этник стилдәге шоу-концерт менән республика ғына түгел, сит төбәктәрҙе, Европа илдәрен танытҡан йәш талант концертына рәхим итегеҙ! Килгән тамашасылар һис тә үкенмәйәсәк.
Зәйнетдиндең концертына бүләк билет алыу юлы бик ябай. Бының өсөн “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенә 6 айға яҙылырға һәм квитанцияһын редакцияла теркәтергә генә кәрәк. Әйткәндәй, был квитанция артабан район гәзите үткәргән “Аҙна һайын приз” уйындарында ла ҡатнашасаҡ.
Әйҙәгеҙ, бәхетле билеттар кемгә эләгер? Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, даланығыҙҙы һынап ҡарағыҙ!
Мөхәрририәт.
Читайте нас