МӘҘӘНИӘТ
8 Апрель 2021, 15:46

Мәмбәт һәм Сәғит ауылы ҡатын – ҡыҙҙарынан торған ике команда “Алтын тирмә” уйынында ҡатнашты

Командалар бик яуаплы әҙерләнгәндәр, тәүҙә үҙ командалары менән таныштырҙылар, бер – береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө – тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң – белем даирәһен киңәйтеүсе уйын – кисә “Алтын тирмә” һынауҙары аша белемдәрен киңәйттеләр.

Мәмбәт ауылы күп тармаҡлы ауыл мәҙәниәте йортонда Сәғит ауылы ағинәйҙәре менән осрашыу булып үтте.
Был сарала Мәмбәт һәм Сәғит ауылы ҡатын – ҡыҙҙарынан торған ике команда “Алтын тирмә” уйынында көс һынашты.

Командалар бик яуаплы әҙерләнгәндәр, тәүҙә үҙ командалары менән таныштырҙылар, бер – береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө – тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң – белем даирәһен киңәйтеүсе уйын – кисә “Алтын тирмә” һынауҙары аша белемдәрен киңәйттеләр. Командалар өс турҙа көс һынашты, үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, тәңкә йыйҙы. Был уйында “Йондоҙҙар” (Сәғит ауылы) командаһы отҡорораҡ булды. “Гөрләүектәр” (Мәмбәт ауылы) командаһы ла уларҙан ҡалышманы.Ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Артабан сара халыҡ уйындары , йыр – моң тамашаһы менән үрелә барҙы, Сәғит ауылы ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән “Ҡар һыуына барыу” йолаһы шулай уҡ Мәмбәт һәм Сәғит ауылы ҡатын – ҡыҙҙары әҙерләгән концерт номерҙары тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Был күңелле байрам һығылып торған өҫтәл артында сәй эсеү һәм бергәләп башҡарылған “Бергә булайыҡ ” йыры менән тамамланды.

“Алтын тирмә” уйыны һәм йыр – моң кисәһе күңелдәрҙә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, сөнки ошондай халыҡты бергә туплаусы саралар белемде арттыра, рух – дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, тыуған еребеҙҙең, милли кейемебеҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә. Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, йәш быуынды йәлеп иткән был сара ысын мәғәнәһендә матур милли колоритлы тамаша булыуы менән айырылып торҙо.
Читайте нас