Көслө рухлы кеше Рөстәм Нәбиевте республикала ғына түгел, илдә лә яҡшы беләләр. Ул хеҙмәт иткән казарма емерелеп, ике аяғын да юғалтҡан яҡташыбыҙ тормошта юғалып ҡалманы. Ул - матур ғаилә башлығы, уңышлы блогер, көслө спортсы. Уңыштары тураһында белгәс, үҙен даими рәүештә төрлө тапшырыуҙарға ла саҡырып, уның өлгөһөн бар илгә күрһәтәләр.
Ошо көндәрҙә Рөстәм Мәскәүгә барып “Мужское и женское” тапшырыуында төшөп ҡайтты. Был тапшырыуҙы күптәр яратып ҡарай һәм төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында белә. Яҡын арала яҡташыбыҙ тураһында ла тапшырыу эфирға сығасаҡ.
Тапшырыуҙан һуң егет "Инстаграм"да тәьҫораттары менән уртаҡлашты. "Бөгөн "Мужское и женское" тапшырыуында төштөм. Был минең өсөн бик ҙур ҡаҙаныш түгел, шулай ҙа мин шатмын. Миңә иғтибар иткәс, тимәк, дөрөҫ йүнәлештә барам", - тип яҙҙы ул. Тапшырыуҙы алып барыусы Юлия Барановская менән Александр Гордон уның тарихын тыңлағас, бик тулҡынланған, хатта күҙ йәштәре сыҡҡан.
“Минең турала сюжет ҡараған саҡта Юлия Барановскаяның күҙҙәре йәшләнде, ә тапшырыуҙан һуң ул яныма килде. “Һине ҡосаҡлап алыр өсөн эфир бөткәнсе саҡ түҙҙем”, - тине. Юлия ғына тиһегеҙме, хатта Александр Гордон да күҙ йәшен тыя алманы”, – тип яҙа Рөстәм.
Тик Александр Гордон менән улар яҡындан аралаша алмаған. "Беренсе канал"да Рөстәм Нәбиев тураһындағы тапшырыуҙың ҡасан сығыры әлегә билдәле түгел. Асыҡланғас та, хәбәр итермен, тине Рөстәм.