Башҡортостандың Көйөргәҙе районында «Аҡбузатта ҡунаҡта» V асыҡ республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фольклор фестивале үтте.
Ҡатнашыусылар сағыу фольклор программалар, хореографик һәм вокаль композициялар менән сығыш яһаны. «Халыҡ вокалы» номинацияһында Хәйбулла данын Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Гөлназ Иманованың йәш уҡыусылары яҡланы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Нәҙирә Абдуллина һәм Гөлдәр Аллабирҙина 1-се дәрәжә лауреат исемен алһа, Сәлим Ғөбәйҙуллин 2-се дәрәжә лауреат исемен яулай. Афарин!!!
фото:Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе