МӘҘӘНИӘТ
5 Апрель 2021, 17:01

Ултырайыҡ, һөйләшәйек әле бер

Маҡан ауылы күп функциялы клубында ололар өсөн уйын-кисә үтте //

Тормош мәшәҡәттәренә сумып, бергәләп йыйылышып, тәмле сәй артында йәшлек йырҙарын тыңлап, бейеп алыу йыш эләкмәй. Ундай аралашыуҙар беҙҙе берләштерә, ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә, шатлыҡтарҙы уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.
Маҡан ауылы күп функциялы клубында ошо маҡсатта олораҡ йәштәгеләр өсөн сара ойошторолдо. Конкурстар, һүрәт буйынса мелодияны билдәләү, караокеға йырлау, бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде. Мәҡәлдәр, тиҙәйткестәр, йомаҡтар сиселде.
Сәй өҫтәле артында сарала ҡатнашыусылар бала саҡтарын иҫкә төшөрҙө, тормоштарының бәхетле мәлдәре тураһында хәтергә алдылар. Дуҫтар эргәлә булғанда күңелһеҙләнергә урын юҡ, һәр кем ошо осрашыуҙан дәрт-дарман, шәп кәйеф алды.
Читайте нас