МӘҘӘНИӘТ
31 Март 2021, 05:14

Ҡумыҙҙа уйнай беләһеңме?

1-се Аҡъяр мәктәбендә Этно көн үткәрелеп, уҡыусылар башҡорт халыҡ инструментында уйнарға өйрәнде //

“Аҡтамыр” этнотөркөмө етәксеһе Гөлфиә Хәләфетдинова уҡыусыларға башҡорт халыҡ инструменттары, уларҙың тарихы тураһында һөйләне.
Уҡыусылар Гөлфиә Хәләфетдинованың “Салауат батыр” композицияһын ҡумыҙҙа башҡарыуын хисләнеп тыңланы. Артабан ул ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, һәр кем ошо үҙенсәлекле инструментта уйнарға өйрәнергә тырышты.
Читайте нас