МӘҘӘНИӘТ
31 Март 2021, 05:03

Афарин, Нурия ханым!

Уның ҡабатланмаҫ интонация менән: “Әс-сәләмәғәләйкүм, Башҡортос­тан!” тип радио тыңлаусыларға бер мөрәжәғәт итеүе генә лә ни тора!

Уҙған быуаттың 50-се йылдарында беҙҙең яҡтағы ауылдарға радио нөктәләре ҡуйыла башлағас, халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ булды. Өйөндә ҡара ҡалпаҡлы радио ҡуйылған ғаиләгә күршеләре инеп тыңлар булды. Ул саҡта башҡортса тапшырыуҙар ҡыҫҡа ла, һирәк тә яңғырай торғайны. Халыҡ бигерәк тә туған телендәге концерттарҙы йотлоғоп тыңлар булды.

Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Хәбир Ғәлимов, йәш, моңло йырсы Рамаҙан Йәнбә­ковтың тауышын ишетеү менән, барлыҡ эште ташлап, радио янына йыйылыр инек. Әммә ул осорҙағы концерттар 20-30 минуттан да ашманы. Күп тә үтмәй, өйҙәрҙә телевизор күренә башланы.

Бөгөн ниндәй генә төр телевизор, ноутбук һәм башҡа кеше ымһындырғыс әйберҙәр булыуына ҡарамаҫтан, үрҙә телгә алынған радиоалғыстарҙан кеше айырылмаған әле. Элекке баш­ҡортса тапшырыуҙарҙы алып барған маһир һүҙ оҫталары Әхәт Мортазиндың, Наилә Ғәләүетди­нованың, урыҫ телендә Зөһрә Бәхтизинаның тауышын һаман да юҡһынабыҙ, һағынып иҫкә алабыҙ.

Һуңғы егерме йылда эфир тулҡын­дарына сыҡҡан “Юлдаш” радиоһының популярлығы шаҡ­тай артты. Яңынан-яңы тапшы­рыуҙар алып барыуы менән ха­лыҡты тағы ла үҙенә ылыҡтырҙы һәм яҡынайтты. Радиоканалдың Волга буйы федераль округында ойошторол­ған ярышта күп тапҡыр еңеп сығыуы – бының асыҡ миҫалы.

Бына ошо радиола тәү көндәр­ҙән үк эшләгән, үҙенең сағыу, яғымлы, моң­ло тауышы менән күптәрҙе әсир иткән Нурия Абдул­лина алып барған “Ҡунаҡ өйө” тапшырыуын кинәнеп тыңлар бул­дыҡ. Уның ҡабатланмаҫ интонация менән: “Әс-сәләмәғәләйкүм, Башҡортос­тан!” тип радио тыңлаусыларға бер мөрәжәғәт итеүе генә лә ни тора! Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, Нурияның аһәңле тауышы уйҙарымды элекке йылдарға алып ҡайта, хисләндерә лә, юҡһындыра ла…

Беҙ уның ауыр сиргә ҡаршы ҡаһармандарса көрәшеүен беләбеҙ. Былтыр көҙ “Ҡайтауаз” тапшырыуында уның тауышын тағы ла бер ишетеп, иҫ киткес шатландыҡ! Ҡыҫҡа, әммә тулҡынландырғыс тапшырыуҙа йырсы Харис Шәрипов, Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Зөлфиә, удмурт ҡатыны Галина ханым уның менән саф баш­ҡортса аралашып, Нурия ха­нымдың йырҙарын яратыуҙарын, ҡабаттан сәхнәлә күрергә теләүҙәрен еткерҙе. Был изге теләктәргә беҙ ҙә – күп һанлы радио тыңлаусылар Нурия Абдуллинаның йырҙарын үҙ иткән тамашасылар ҙа ҡушылабыҙ һәм яратҡан алып барыусыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.



Баймаҡ районы.
Автор: Салауат МӨХӘМӘТШИН, хеҙмәт ветераны
Читайте нас