Ҡатын-ҡыҙҙар март аҙағында йәки апрель башында ауылдан алыҫҡараҡ ҡар һыуына барған. Бындай һыу бик таҙа һәм файҙалы тип һаналған. Уның менән сәстәрен йыуғандар, сәйгә генә тотонғандар, балалары һау-сәләмәт булһын тип әсәйҙәр бәләкәстәрен ошо һыу менән ҡойондорғандар.