МӘҘӘНИӘТ
28 Март 2021, 06:10

Хәйбуллалар өҙә баҫа ла ҡуя!

Балалар ижад йортоноң өлгөлө “Хәйбулла” балалар бейеү ансамбле республика фестивалендә еңеү яуланы. Ансамбль етәксеһе Юлдаш Мортазинға һәм һәләтле балаларға артабанғы ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Туймазы ҡалаһында өс көн дауамында барған балалар араһында хореография буйынса VIII асыҡ республика фестивале тамамланды. Унда Башҡортостандың 14 районы һәм 5 ҡалаһынан 8 йәштән 17-гә тиклемге 700-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
Мәртәбәле фестивалдә 8 йәштән 11-гә тиклемге кесе йәш категорияһында өлгөлө “Хәйбулла” хореография ансамбле I дәрәжә диплом менән бүләкләнде!
12 йәштән 14 йәшкә тиклемге составтан торған өлгөлө “Хәйбулла” балалар ансамбле III дәрәжә дипломға лайыҡ булды!
Читайте нас