"Беҙҙең бурыс – фестивалгә килгән ҡунаҡтар республикабыҙҙы оҡшатһын, Башҡортостандың илебеҙҙә иң уңайлы урындарҙың береһе икәненә инанһын", – тине А. Назаров.
Бөгөнгө тағы ла бер мөһим ваҡиға – Бөтә донъя фольклориадаһы логотибы төшөрөлгән тәңкә – фестивалдең уникаль талисманы менән танышыу.
Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты. Халыҡты В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары, CIOFF®-тағы Рәсәй милли секцияһының яуаплы секретары, Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү комитеты ағзаһы Андрей Беляев тәбрикләне.
Фольклориада башланғанға тиклемге ваҡыттың кире иҫәбе башланды. Теүәл 100 көндән республикабыҙ йылъяҙмаһында лайыҡлы урын алыр мәҙәни ваҡиға башланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: донъяның төрлө халыҡтарын берләштергән ҙур фестиваль 3 – 10 июлдә булырға тейеш. Алтмыш илдән йыйылған ике меңдән ашыу кеше үҙ халыҡтарының мәҙәниәте менән төрлө яҡлап таныштырыу өсөн Башҡортостанға йыйыла. Программалар республиканың 35 муниципалитетында уҙа.
Ғәйәт ҙур мәҙәни сара үткән йылдың йәйендә ойошторолорға тейеш ине, әммә пандемияға бәйле кисектерелеп торҙо.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/Folkloriada-a-100-k-n-aldi-734403/