МӘҘӘНИӘТ
28 Март 2021, 05:02

Денис Майданов башҡортса йырланы

“Табиптарға рәхмәт!” программаһы буйынса ҙур концерт үтте

Пандемия ваҡытында сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләрҙе аяуһыҙ сирҙән – коронавирустан һаҡлаған табиптарға ниндәй рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәк тә, аҙ кеүек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия, көс-ҡеүәтен бар аҙ кәметһә лә, әлегә ваҡытта тамамланмаған. Аҡ халатлы фәрештәләр – табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре һаман да алғы сафта һәм коронавирус инфекцияһы менән аяуһыҙ көрәште дауам итә. Әммә улар яңғыҙ түгел: йәмғиәттә медицина тармағы хеҙмәткәрҙәрен хәстәрләгән, күңелен күтәргән, дәрт-дарман өҫтәгән саралар булып тора.
Сираттағы шундай концерт бөгөн, 27 мартта, баш ҡаланың Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда уҙҙы. “Табиптарға рәхмәт!” программаһы өсөнсө тапҡыр үтте, ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Беҙҙең хәстәр” проектына ярашлы ойошторолдо.
Оpen air форматында уҙған ҙур мәҙәни сара Башҡортостаныбыҙҙың билдәле шәхестәрен, сәхнә йондоҙҙарын берләштерҙе.
Программаның хедлайнеры итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, йырсы һәм композитор Денис Майдановты саҡырғандар. Йырсы үҙенең хитҡа әүерелгән билдәле йырҙары менән бер рәттән, халыҡты башҡортса йырлап та шаҡ ҡатырҙы. Ул "Йәшлек-шоу-2020" Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале еңеүсеһе Ришат Рәхимов менән бергә сығыш яһаны. Халыҡ был сығышты бик йылы ҡабул итте.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле табип Римма Үтәшева әйтеүенсә, табиптарҙың хеҙмәте ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостанда ике инфекция үҙәге төҙөлдө, улар коронавирусҡа бәйле көсөргәнеште үҙ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, улар рәтендә Римма Үтәшеваның улы һәм килене лә бар.
Сағыу тамаша табиптарҙың ғына түгел, барлыҡ тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Фото: “Башинформ”, Олег Яровиков.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас