Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә ҡарата мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән күңелле спорт байрамы үтте
Сәхнәләштерелеп алып барылған сарала балалар әүҙем ҡатнашты. Сәләмәтлек тураһында йомаҡтар, ҡыҙыҡлы уйындар барыһына ла оҡшаны. Әсәйҙәр ҙә уйындарға ихлас ҡушылды.
Ойоштороусылар балаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм тәмлекәстәр тапшырҙы. Бер тында тиерлек үткән саранан барыһы ла файҙалы мәғлүмәттәр, яҡшы кәйеф һәм үҙ-ара аралашыу шатлығы алып таралышты.