Тиҙҙән йәй, тимәк, ауылдарҙа байрамдар гөрләйәсәк. Улар байтаҡ ҡына. Район ауылдарында бик шәп мәҙәни саралар, байрамдар планлаштырыла
Әҙел, Аҡнаҙар, Һаҡмар-Наҙарғол, Таңатар, Өфө ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы ойошторола.
Әбеш, Ҙур Арыҫланғол, Иҫәнгилде, Бәләкәй Арыҫланғол, Мәмбәт, Юлбарыҫ ауылдарында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға”, ә Йәнтештә “Егеттәр ҡайтты ауылға” тип аталған ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Был сара осрашыу ғына түгел, ә тыуған ауылға ниндәйҙер практик ярҙам күрһәтеүҙе лә күҙ уңында тот.
Байғусҡарҙа һәм элекке Аҡйегет ауылы нигеҙендә Шәжәрә байрамы ойошторасаҡтар. Тағы ла Аҡъярҙа Юлдашбаевтар, Түбәнге Смаҡта Иҫәнбаевтар ырыуҙары ҡатнашлығында рухлы Шәжәрә байрамдары ойоштороу күҙаллана.
Июлдә Ивановка ауылында йәшәүселәр ауыл байрамы ойошторорға планлаштыра. Вәлит, Воздвиженка, Маҡан, Комсомол, Сәғит, Федоровка һәм Сиҙәм ауылдарында урамдар байрамы үтәсәк.
Ғәлиәхмәт ауылында “Йәшә, ауылым” тип аталған яҡташтар фестиваленә әҙерлек бара. Садовыйҙар “Татыу күршеләр” байрамына әҙерләнәләр.
Әбүбәкерҙә урындағы ырыуҙар араһында “Аманатҡа тоғролоҡ” проекты планлаштырылған, ә Федоровкала “Мин тыуған яғымды яратам” байрамы үтәсәк.
Байрам сараларына әҙерләнеү еңел эш түгел, әммә ул беҙгә һәм беҙҙең киләһе быуынға кәрәк. Барлыҡ саралар ҙа ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, тыуған еребеҙ тарихын өйрәнеүгә, халыҡты берләштереүгә һәм йәш быуынды рухи тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Һәр кемде бәләкәй Ватаны ғүмер буйына үҙенә тарта. Барлыҡ яҡташтарҙы бергәләп ошо байрамдарҙы үткәрергә көтәбеҙ.
Мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды