“Мин яратам һине, тормош” тигән исем аҫтында оло быуын кешеләре араһында художестволы үҙешмәкәрлек республика фестиваленең район этабы бара
Унда 55 йәштән олораҡ район территорияһында йәшәгән, башҡарыу оҫталығы һәм ижади маһирлығы булған кешеләр, шулай уҡ үҙешмәкәр коллективтар ҡатнаша ала.
Художестволы номерҙарҙан тыш, фестивалдә спорт эстафетаһы (атыу, шахмат, шашка, канат тартышыу), һынлы-сәнғәт оҫталары күргәҙмәләре лә ҡаралған.
Район этабында еңеүселәр зона этабына сыға. Артабан иң яҡшы башҡарыусылар һәм коллективтар Өфө ҡалаһына, йомғаҡлау тантанаһына саҡырыла.