Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда Науруз байрамы уҙғарылды.Ағинәйҙең балаларға өйрәткән фәһемле һабаҡтары,йолалар күрһәтеү,
Сарала “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары һәм мәктәп уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты, байрамға йыйылған ауыл халҡы ла, килгән ҡунаҡтар ҙа уйын-конкурстарҙа уйнап көс-дәрт тупланы, бүләктәр алып ҡыуанды.
Ағинәйҙәрҙең самауыр сәйенән,тәмлекәстәренән һәр кем ихлас ауыҙ итте. Яҙ байрамы бик куркәм, күңелле үтте.