МӘҘӘНИӘТ
20 Март 2021, 08:22

Фән Вәлиәхмәтов орден, ковид һәм концерты тураһында

“Бөгөн мин тап улар арҡаһында ошонда баҫып торам, республика Башлығы ҡулынан награда алам...

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе вәкилдәренә юғары наградалар тапшырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов республикабыҙҙың юғары наградаларының береһенә – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
– Салауат Юлаев ордены – бик ҙур награда. Мин 50 йыл сәхнәгә хеҙмәт итәм, моғайын да, бындай баһаға лайыҡмындыр, тип уйлайым. Бөгөн сәхнәгә сыҡҡандағы кеүек көслө тулҡынланыу кисерҙем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан йырсы.
Әйткәндәй, былтырғы йыл аҙағында Фән Вәлиәхмәтов коронавирус инфекцияһы йоҡтороп, баш ҡаланың 6-сы дауаханаһында ятҡан. Форсаттан файҙаланып, ул тағы бер тапҡыр табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен еткергән. “Бөгөн мин тап улар арҡаһында ошонда баҫып торам, республика Башлығы ҡулынан награда алам...” – тигән ул.
Заманында Фән Вәлиәхмәтов эстраданы моңло йырҙары менән байытты, айырыуса халыҡ йырҙарына яңыса яңғыраш биреү йәһәтенән тырышлыҡ һалды. Әйткәндәй, йырсы быйыл үҙенең 70 йәшлек юбилейын да билдәләне. Ошо уңайҙан 21 апрелдә тамашасыларын ҙур концертына саҡырмаҡсы.
Фото: “Башинформ” агентлығы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас