МӘҘӘНИӘТ
20 Март 2021, 08:06

2-се Аҡъяр мәктәбендә фольклор дәресе үтте

Унда район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Үзбәкова 7-се ”Б” класында уҙған фольклор дәресе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналды. Бында район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Уҡыусылар өсөн Рәсимә Динисламова һәм Динә Аҡнаҙарова башҡарыуында “Уйҙарым” ҡобайыры яңғыраны, ҡумыҙҙа Илгиз Ҡырымғужин уйнаны. Милли рух менән һуғарылған дәрес уҡыусыларға ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.
фото:Хәйбулла мәҙәниәт йорто
Читайте нас