МӘҘӘНИӘТ
18 Март 2021, 10:18

Еңеүҙәре һеҙгә бәйле

/

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының батлы һәм ярымфиналы үтте. Ҡыҙыҡлы проекттың ике этабын да уңышлы үтеүсе 12 даланлы йырсы финалға сыҡты. Шоу-проекттың ике этабы ла Сибай телевидениһы, “Сәләм” телеканалы һәм “Сибай ТВ” ютуб-каналы аша тура трансляцияланыуы тамашаны өйҙән ултырып күҙәтеү мөмкинлеге бирҙе.
Остаздар – Светлана Үтәева, Вероника Назарова, Рәил Өмөтбаев, Искәндәр Ғәзизовҡа командаларына туплаған вокалистар араһынан иң яҡшыларҙы айырып алыу еңелдән булманы. Мәләүез, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Күмертау ҡалаларынан йыйылыусы конкурстанттар менән остаздар ике аҙна дауамында эшләп, уларҙың мөмкинлектәрен дә белеп өлгөрҙө.
Тауыштары тап килеүселәрҙән ҡыҙыҡлы дуэттар яһап, тамашасылар хөкөмөнә сығарҙылар.
--Сағыу тауышлылар быйыл бик күп. Моңо менән тамашасы күңеленә үтеп инә алмаусылар зал менән эшләй белеүҙәре менән алдырҙы,--тип өсөнсө миҙгелдә ҡатнашыусыларҙың өҫтөнлөктәрен билдәләп үтте остаздар.
Шулай итеп 4 остаздың 12 вокалисы -- Сәриә Ҡотләхмәтова, Александр Попов, Ләйсән Усманова, Илгиз Тимербулатов, Регина Хузина, Ләйсән Байрамғолова, Бәхтйәр Мансуров, Радмир Иҫәнғолов, Руфина Үтәшева, Нәйлә Күлбаева, Аделина Нафиҡова, Руслан Тимербулатов финалға уҙҙы.
“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының финалы 19 мартта Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында үтә.
Шуға ҡәҙәр финалға сығыусылар өсөн смс-тауыш биреү башланды. Тап тауыш йыйыуға кемдең еңеүсе буласағы туранан-тура бәйле. Шуға күрә барығыҙҙы әүҙем булырға, сағыу тауышлы вокалсыларға тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Гульдар Кадаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/E-e--re-e-g-b-yle-718089/
Читайте нас