МӘҘӘНИӘТ
16 Март 2021, 05:01

ПЕРМДӘ БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕ УҘАСАҠ

/

Унда башҡорт халҡының мәҙәнияте, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтеләсәк.
18-20 мартта Рәсәй төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғариф көндәре сиктәрендә Пермь крайында Башҡортостан делегацияһы буласаҡ. Сараның программаһы бик бай - мастер-кластар, өйрәтеү семинарҙары һәм лекциялары, фәнни конференциялар, башҡорт ижтимағи ойошмалары менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр, концерттар.
Пермь крайында йәшәүселәр Башҡортостандың сәнғәт оҫталары дәрестәрен ҡарай аласаҡ. Хореография, ҡурайҙа уйнау, вокал, милли биҙәүестәр яһау - оҫталыҡ дәрестәре Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады республика үҙәге менән берлектә ойошторолдо. Саралар Пермь ҡалаһы мәҙәниәт учреждениеларында уҙасаҡ. Дәрестәр барышында Пермь крайының ижад коллективтары 21 мартта Пермь районының Кояново ауылы Мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ отчет концертында сығыш яһаясаҡ.
Фото: cobkor02.ru
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/Permd-Bash-ortostan-k-nd-re-u-asa-717870/
Читайте нас