Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Радик Юлъяҡшин "Яңы моң" халыҡ-ара музыка конкурсына һайлап алыу турының беренсе этабы тамамланғаны тураһында белдергәйне.
Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында кастингта сығыш яһаусыларҙың һигеҙ конкурсанты көс һынаша. Уларҙы продюсер һәм режиссер Лина Арифуллина, Радик Юлъяҡшин һәм Гөлназ Асаева баһалай.
Шоуҙа еңеүсегә бүләк 1 миллион һум буласаҡ. Ул кемгә эләгер, әйҙәгеҙ, сығарылыштарҙы аҙна һайын күҙәтеп барайыҡ.