МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2021, 04:07

Яна Ғәббәсоваға нимә булған?

"Голос" конкурсында еңгән яҡташыбыҙ тамашасыларын яңынан-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырырға уйлағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Исеме тотош илгә таныш, Беренсе каналда барған "Тауыш" конкурсының туғыҙынсы миҙгеле еңеүсеһе, Нефтекама ҡалаһы ҡыҙы, республикала иң йәш "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" Яна Ғәббәсова тамашасыларын яңынан-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырырға уйлағайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыр-моң яратыусылар уны сәхнәлә тиҙ арала күрә алмаясаҡ. Был хаҡта йырсы Инстаграмдағы сәхифәһендә яҙған.
"Дуҫтар! Ваҡытлыса (ышанам, оҙаҡҡа түгел) мин музыканан китеп торам һәм үҙемә ял бирәм. Шунда уҡ авторлыҡ йырҙарымды яҙа башлайым тип уйлағайным, хатта концертымды ла планлаштырғайным. Һаулығыма бәйле быларҙың барыһын да әлегә туҡтатып торорға мәжбүрмен", - тигән Яна.
Йәш йырсы һауыҡҡас та кире сәхнәгә сығасағын белдергән. Уның ижадын яратҡан дуҫтары тиҙерәк һауығыуын теләгән, изге теләктәрен ҡалдырған.
Беҙ ҙә йәш яҡташыбыҙға йәһәтерәк шәбәйеүен һәм яңы йырҙары менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ.
Фото: Яна Ғәббәсованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас