«Хәйбулла» балалар өлгөлө хореография ансамбле (етәксеһе – Юлдаш Мортазин) йәнә бер ижади ҡаҙаныштарға эйә булды.
Ансамбль тарафынан «Тыуған яҡтың рухы» («Душа родного края») халыҡ-ара конкурсына ебәрелгән бөтә 6 номерҙар юғары наградалар менән тәбрикләнде.
Фестиваль «Йондоҙлоҡ» («Созвездие») халыҡ-ара проекты сиктәрендә үтте. Хореография сәнғәте номинацияһының 10-13 йәшлектәр категорияһында ансамблдең өлкән төркөмө «Башҡортостан-гөлбостан» бейеүен сағыу башҡарып, Гран-при яуланы һәм «Таналыҡ буйында» бейеүе менән 1-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Ансамблдең урта төркөмө «Күңелле бала саҡ» бейеүе менән 1-се дәрәжә лауреаты, Айгиз Нураев соло номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаты, ә Рушан Абдуллин һәм Азалия Нурбулатова – 2-се дәрәжә лауреат исеменә эйә булды. Афарин!!!