МӘҘӘНИӘТ
11 Март 2021, 09:26

Хөрмәтулла Үтәшевкә ни булған?

Был үҙгәреш сәхнәләге яңы роле өсөндөр, тип әйтер ҡайһы берәүҙәр. Ә ысынында...

Күптәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевте был образда танып та етмәгәндер. Сәхнәләге яңы роле өсөндөр, тип әйтер ҡай берәүҙәр.
Ә ысынында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ир-егет артистары Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл зат коллегаларына бик үҙенсәлекле ҡотлау әҙерләгән икән. “Театрҙа ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланыҡ! Клипҡа төшөр өсөн образ әҙер!” – тип яҙҙы халыҡ артисы әлеге фотоһына бәйләп.
Байрам уңайынан театрҙың актерҙары рэп стилендә махсус йыр яҙып, видеояҙма эшләгән. Уның һүҙҙәрен Руслан Хайсаров, көйөн Урал Иҙелбаев яҙған, ә видеороликтың авторы – Руслан Юлтаев.
Әйткәндәй, үҙенсәлекле ҡотлау театрҙың ҡатын-ҡыҙ актрисаларының һәм хеҙмәткәрҙәренең күңеленә хуш килгән.
Фото: Х. Үтәшевтең “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас