Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 15:59

"Мөғжизәләр яланы"нда - йәнә беҙҙекеләр!

Өфөнөң 92-се коррекция мәктәбе уҡыусылары "Беренсе канал"дағы "Мөғжизәләр яланы"нда ҡатнашты.

Быйыл яҡташтарыбыҙ "Беренсе канал"да барған "Мөғжизәләр яланы"нда йыш ҡатнаша. Күптән түгел генә мәскәүҙәрҙе сибайҙар хайран итеп ҡайтһа, әле Өфө уҡыусыларының сығышы йәнә ҡыуандырҙы. Өфөнөң 92-се коррекция мәктәбе уҡыусыларына "Мөғжизәләр яланы"уйынында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уйында мәктәп уҡыусыларының береһенең әсәһе - Әлиә Лоҡманова ҡатнашты. Тапшырыуҙа шулай уҡ белем усағының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы етәкселегендә Сабина менән Айбулат "Йылға буйында" тип аталған башҡорт бейеүен башҡарҙы.
"Тулҡынланыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыусылар лайыҡлы сығыш яһаны, юғалып ҡалманы", - тип хәбәр итәләр БР Мәғариф министрлығынан.
Беҙҙең республиканы танытҡан Әлиә Лоҡманова призға лайыҡ булған, күп балалы әсә булараҡ, уға телевизор бүләк иткәндәр.
Уҡыусылар Мәскәүҙә тәүге тапҡыр, улар Ҡыҙыл майҙанды ҡараған, башҡала менән яҡындан танышҡан. Шулай уҡ Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә булған.
Телевизор ҡараусылар яҡташтарыбыҙҙың сығышын 19 мартта ҡарай аласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: