Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 16:45

Баянсылар халыҡ-ара кимәлдә еңеү яуланы

Улар Австрияның Зальцбург ҡалаһында уҙғарылған баянсылар конкурсында 1-се урын алды.

Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбе директоры Айнур Искәндәров менән уның уҡыусыһы Булат Мишәров Австрияның Зальцбург ҡалаһында уҙғарылған баянсылар конкурсында беренсе урын алды.
Шаҡшалағы 15-се балалар музыка мәктәбенең дүртенсе синыф уҡыусыһы Булат Мишәров өлкән быуын баянсылары һыҙҙыртҡан көйҙәрҙе уйнай белә. Уҡытыусыһы Айнур Әхмәт улы билдәләүенсә, малай көйҙәрҙе бик тиҙ отоп ала.
Булат Австрияла уҙғарылған Халыҡ-ара музыка конкурсында ҡатнашып, үҙ тиҫтерҙәре араһында беренсе урын алған.
Айнур Әхмәт улы иһә ете йәшенән баяндан айырылғаны юҡ. Күгәрсен районында йәшәгәндә музыка мәктәбе етәкләгән атаһынан бөтә көйҙәрҙе өйрәнеп ала ул. Республикала уҙғарылған конкурстарҙың барыһында ла тиерлек ҡатнаша. Заһир Исмәғилевтың маҡтау һүҙҙәренән һуң ул тағы ла дәртләнеп ижад итә башлай.
Республика буйынса ойошторолған музыка фестивалдәрендә сынығыу алған егет Халыҡ-ара кимәлгә сыға. Бөтә донъя музыканттары араһында 15 тапҡыр призлы урын яулай. Шаҡшалағы 15-се балалар музыка мәктәбен Айнур Искәндәров етәкләй башлағас, мәктәп республикла еңеүҙәр буйынса лидерға әүерелә.
фото: Шаҡшалағы 15-се балалар музыка мәктәбе сайтынан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: