Хәйбулла хәбәрҙәре
+2 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2021, 00:43
Яҡташыбыҙ Евровидениеға эләгерме?
Йырсының яҙмышын фәҡәт тамашасылар хәл итәсәк.
Рэп-башҡарыусы, блогер, йәштәр араһында мегапопуляр яҡташыбыҙ Алишер Таһир улы Вәлиев йәки Моргенштерн быйыл Рәсәй исеменән Евровидениела ҡатнашыу өсөн кандидаттар исемлегенә индерелгән.
Уның менән бер рәттән был исемлектә Егор Крид, Therr Maitz төркөмөнән Антон Беляев, #2Маши дуэты кеүек популяр башҡарыусылар бар.
Рәсәй кандидатын махсус фестивалдә тамашасылар һайлап аласаҡ. Рэпер үҙе иһә социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй данын Евровидениела яҡларға әҙермен тип белдергән.
Тауыш биреү 8 мартта үтәсәк. Евровидение конкурсы иһә 18 - 22 майҙа Роттердамдағы Ahoy аренаһында уҙа. Быйыл уны офлайн үткәрергә ниәтләйҙәр, әммә делегацияларҙың, журналистарҙың һаны ҡырҡа кәметеләсәк.
Моргенштернға 23 йәш, Өфөлә тыуып үҫкән. Әйтеүенсә, ул “атаһы яғынан – яртылаш башҡорт, әсәһе яғынан яртылаш рус” егете. Әсәһе сәскә бизнесы менән шөғөлләнгән, эшҡыуар атаһы иһә балалары бәләкәй саҡта уҡ ғаиләһен ҡалдырған, иртә вафат булған.
Фото: yt3.ggpht.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-tashibi-Evrovidenie-a-el-germe-702848/
Читайте нас:
Новости партнеров
Радий Хабиров: «Для нас большая честь встречать в Уфе президента страны»
Владимир Путин форумның пленар утырышында чыгыш ясады
Владимир Путин из Уфы открыл новые спортивные объекты в российских регионах