«Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады республика фестиваленең район этабы башланды. Сараның төп маҡсаты — өлкән быуын кешеләренең ижади мөмкинлектәрен асыу.
Мәҙәни-спорт эстафетаһы сиктәрендә 28 кешенән торған Маҡан ауыл биләмәһе делегацияһы Сиҙәм ауылына килде.
Ауыл клубына байрамға килгән халыҡты Маҡан ауыл Советында йәшәгән ҡул эше оҫталарының биҙәү-ғәмәли ижады әйберҙәре күргәҙмәһе ҡаршы алды. Маҡан клубының мәҙәни ойоштороусыһы Фәниә Нураева улар менән таныштырып үтте. Бында оҫтабикәләрҙең төрлө туҡыманан, ептән, сәйләндән яһалған береһенән-береһе матур декоратив әйберҙәре, япмалары, картиналары, кейем-һалымдары һәм башҡалары урын алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә уҡырға була.