Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Март 2021, 17:36

ҺӘҘИӘ ДӘҮЛӘТШИНА ИСЕМЕНДӘГЕ ПРЕМИЯ ЛАУРЕАТЫ АСЫҠЛАНДЫ

/

Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты асыҡланды.
2021 йылда был мәртәбәле премияға “Илебеҙ беҙҙең ожмахтай” китабы өсөн яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡтағы Указға 1 мартта ҡул ҡуйған һәм ул рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән.
Премия ике йылға бер тапҡыр йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик йүнәлештә тәрбиә биреүгә индергән әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн тапшырыла.
Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Гөлшат Ҡунафина.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/i-D-l-tshina-isemend-ge-premiya-laureati-asi-landi-699434/
Читайте нас: