Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Февраль 2021, 11:51

Хәйбулла ҡыҙҙары 2-се турға үтте

Нәйлә Ҡолбаева, Айгизә Насирова һәм Ләйсән Япарова «Урал аръяғы тауышы» йырсылар конкурсында ҡатнаша

Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле старт алды. Бында Хәйбулла данын Нәйлә Ҡолбаева, Айгизә Насирова һәм Ләйсән Япаровалар яҡлай. Улар абруйлы жюри алдында лайыҡлы сығыш яһаны һәм киләһе турға үтте. Нәйлә менән Ләйсәндең остазы Рәил Өмөтбаев була, ә Айгизәнеке – Искәндәр Ғәзизов.
Әйткәндәй, проектта йырларға яратҡан 18-45 йәшлек һәр кем ҡатнаша ала. Шоуҙың сценарийы Беренсе каналда барған “Голос” конкурсының форматы буйынса төҙөлә. Һайлап алынған ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар менән шөғөлләнә. Тамашасыларҙың смс-тауыш биреү юлы менән иң яҡшыны һайлап алыу мөмкинлеге бар. Иң моңло тауыш эйәһенә төп бүләк тапшырыла. Хәйбулла ҡыҙҙарына уңыштар теләйбеҙ!
фото:Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто
Читайте нас: