Оҫталыҡ дәресен Фәүзиә Ғимат ҡыҙы Әхмәтшина алып барҙы. Ул түшелдерек яһауҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, сәйлән менән тегеү серҙәренә өйрәтте. Сараның икенсе өлөшөндә Лилиә Сәлихйән ҡыҙы Торомтаева балаларға бөтә замандарҙа һәм быуындарҙа популяр булған халыҡ уйындары буйынса мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар фольклор уйындарын уйнап, күңел асып алды.