Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Февраль 2021, 11:59

Баш ҡаланан еңеү менән

Аҡъяр ауылынан Әҙилә Әхмәрова бейеү бәйгеһендә 1-се урын яуланы

Өфөлә бейеүҙәр буйынса VI Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр "Драйв Турнир" конкурс-фестивале үтте. Бында Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң «Хәйбулла ынйылары» берекмәһе» (етәксеһе Флорида Үзбәкова) .
тәрбиәләнеүсеһе Әҙилә Әхмәрова ла ҡатнашты. Уның сағыу сығышын абруйлы жюри ағзалары лайыҡлы баһаланы. Һөҙөмтәлә Әҙилә Әхмәрова «Эстрада бейеүе» номинацияһында 1-се дәрәжә дипломына эйә булды. Афарин!
Фото: Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто
Читайте нас: